Мин һине ташламам!

31 января 2014 г. Просмотров: 1766 RSS
СМИ о нас

Йәшлек, 31.01.2014, cтатья "Мин һине ташламам!" ("Я тебя не брошу")

Учалы ҡалаһындағы "Берәҙәк хайуандарҙы яҡлау йәмғиәте" ағзалары ташландыҡ эт-бесәйҙәрҙе хәстәрләй

– Бес-бес, кил бында, – йәш кенә ике ҡыҙыҡай биш ҡатлы йорттоң подвал тәҙрәһе янында сүгәләп, берәҙәк бесәй балаһын саҡырҙы. Уныһы, өшөнөм, асыҡтым, артым ҡатты, тип тормай, инәлтеүен белде. Хәйер, ул инәлтмәгәндер ҙә, ә миһырбанһыҙ кешеләр менән аралашҡандан һуң ҡурҡып, ҡыҙҙар янына килергә ашыҡмағандыр. Ҡыҙыҡайҙар ҙа бирешмәне. Тауыштарын тағы ла йомшартып, ҡулдарындағы ит киҫәген тегеләй-былай йөрөтөп, үҙҙәре еҫкәп, тәмле лә тәмле, тип маҡтап, кил инде, тип саҡырҙылар ҙа саҡырҙылар. Һәм танауы бысраҡ булһа ла наҙлылығын ташламаған йомшаҡ йомғаҡ яҙылды, асығыуына бирешеп, ипләп кенә ҡыҙҙарҙың береһе һуҙған иткә яҡынланы. Шуны ғына көткән ҡыҙ уны йәһәт кенә тотоп та алды: “Әһә, тотолдоң бит! Ҡурҡма, ҡурҡма, беҙ һине ҡотҡарырға килдек!”

Берәҙәк бесәйҙе ҡотҡарыусылар – Учалы ҡалаһының “Берәҙәк хайуандарҙы яҡлау йәмғиәте” ағзалары. Улар шулай ташландыҡ эт-бесәйҙәрҙе эҙләп табып, өйҙәренә алып ҡайтып, ашата, йыуындыра, дауалай. Стериллә­гәс иһә, уларға яңы хужалар эҙләп таба. Өс йыл элек ойошторолған йәмғиәтте Татьяна Чадченко етәкләй, әүҙем ағзалар – ун-ун бишләп кеше. Улар үҙҙәренә ҡаршы атылған “таш”тарға ҡарамаҫтан, көн һайын батырлыҡ ҡылыуҙы дауам итә: берәҙәктәрҙе урамдан ҡотҡара, ҡалабыҙҙа уларға приют асыр өсөн төрлө түрәләргә мөрәжәғәттәр яҙа, кабинеттарға сиратта тора, бесәй һәм эттәрҙең күргәҙмәһен ойоштора... Бынан тыш, форумдарҙа эт-бесәй хужаларына кәңәштәр бирә, үлгән берәҙәк хайуандарҙы ерләй һәм башҡа күҙгә күренмәгән әллә күпме эш башҡара. Урамға быраҡтырылған кескәй дуҫтарыбыҙҙы яңынан өйлө иткән, уларға күңел йылыһын йәлләмәгән гүзәл зат вәкилдәре тик ихтирамға һәм һоҡланыуға лайыҡ. Ошондай мәрхәмәтле кешеләр тупланған ойошманың әүҙем ағзаларының береһе Лариса Иванова менән интернет аша йыш аралашабыҙ. Ул биш йыл элек уңышлы кейәүгә сығып, Германияға күсеп киткән. Рәхәтләнеп йәшә лә ят бит инде, әммә ҡул ҡаушырып ултыра алмай: үҙенең һәм иренең шәжәрәһе менән булыша, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында әсиргә эләгеп, Германияға оҙатылған олатаһының эҙен барлап, ул тотҡонлоҡта тотолған концлагерҙарҙы эҙләй...

– 2011 йылда тыуған ҡалаға ҡайт­ҡанда, берәҙәк эт-бесәйҙәр өсөн приют асыу идеяһы башҡа килде, – тип һөйләй ул. – Фекерҙәштәр табылып, улар идеяны күтәреп алды. Әлегә приют асылмаған, уның ҡарауы, рәсми рәүештә теркәлгән ойошма барлыҡҡа килде, һәм беҙ эшебеҙҙе еренә еткерәсәкбеҙ. Изгелекте үҙең башламайынса, башҡанан өмөт итеү урынһыҙ, тип уйлайым.

Һәм беҙ иң яҡлауһыҙ кескәй дуҫтарыбыҙға ярҙам ҡулы һуҙып, үҙебеҙҙең Кеше икәнебеҙҙе раҫлайбыҙ.

Эт менән бесәй бер ҡасан да үҙенең хужаһын ташламаясаҡ. Ә нишләп кеше уларҙы ташлай?! Үлгәнсе хужаһын тоғро көткән эттәр, тиҫтәләрсә саҡрым ер үтеп, өйөнә әйләнеп ҡайтҡан бесәйҙәр яҡлауыбыҙға, әлбиттә, мохтаж. Берәҙәк бесәйҙәрҙе һәм эттәрҙе ҡотҡарыуын дауам иткән йәмғиәт Рәсәйҙең “Граждандар инициативаһы” конкурсында ҡатнаша. Әгәр проект күп тауыш йыйып, еңеү яулаһа, Учалыла берәҙәк хайуандарҙың үҙ йорто буласаҡ.

Һеҙ был изге эште хуплаһағыҙ, төркөмгә инеп, тауыш бирә алаһығыҙ: https://vk.com/uchpriut

Шафиҡ ЛАТИПОВ.

http://www.ye02.ru/news/ob/9098-min-ine-tashlamam.html

twitter.com facebook.com vkontakte.ru odnoklassniki.ru mail.ru ya.ru liveinternet.ru livejournal.ru mister-wong.ru yandex.ru